Муниципальное автономное учреждение культуры                   «Бураевская районная межпоселенческая централизованная библиотечная система» МР БР РБ

Vinaora Nivo Slider 3.xVinaora Nivo Slider 3.x
Часы работы
Пн - Пт. 9.00 – 18.00,Сб. с 9.00-16.00, Вс - выходной, санитарный день – последняя пятница месяца
Книги — корабли мысли, странствующие по волнам времени и бережно несущие свой драгоценный груз от поколения к поколению...
Ф. Бэкон

Интеллектуаль уйын «Башҡортостан – Рәсәйҙең ынйы ташы»

 

Башҡортостан! Һин икмәкле тупраҡ,

Йәшел урман, болон, тау, дала.

Йәнһеҙгә-йән, йәмһеҙгә йәм биргән

Һин ут һәм һыу, һауа һәм дауа.

Бар булғаның һинең үҙеңдеке-

Ер аҫтың һәм өҫтөң - хазина.

Китаптарың юҡта, китап итеп,

Тарих яҙғанһың һин ташыңа.

Был юлдар Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең "Башҡортостан" шиғырынан өҙөк. Белеүегеҙсә, тиҙҙән 23 март та – Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы билдәләнәсәк. Беҙ ҙә ошо көнгә арналған сараларға үҙ өлөшөбөҙҙө индереп, бөгөнгө интеллектуаль уйынға йыйылдыҡ.

Һаумыһығыҙ, хәйерле көн, тип сәләмләйбеҙ бөгөнгө уйында катнашыусыларҙы, көйәрмәндәрҙе, килгән ҡунаҡтарҙы. Интеллектуаль уйында көс һынашырға Борай аулының беренсе, икенсе,өсөнсө һанлы, Шабай һәм Ҡоҙаш ауылы мәктәптәре уҡытыусылары килде. Ҡатнашыусыларҙы зал түренә саҡырабыҙ. Рәхим итегеҙ! Уларҙы алҡышлайыҡ!!!Ә хәҙер уйындың шарттары менән танышып үтәйек. Шарттар ябай ғына: 2 команда - уйын һорауҙарына яуап бирәсәк. Уларҙың яуаптарын һәм мәрәйҙәрҙе (очколарҙы) баһалама ағзалары иҫәпләп барыр.Бөгөнгө уйынға баһа биреүсе жюри ағзалары менән таныштырып үтәм, улар:

  1. Янгирова Миләүшә Муллаян ҡыҙы – биләмә –ара үҙәкләштерелгән китапханалар директоры,
  1. Низамова Гүҙәл Сәғит ҡыҙы – архив хеҙмәткәре
  1. Арсланова Венера Мөҙәрис ҡыҙы- Алға гәзите редакторы

Башлар алдынан йәрәбә һалайыҡ. (һауыт эсендә 2 йомарлам ҡағыҙ киҫәгендә номерҙар яҙылған: 1, 2)

Кемгә 1 цифраһы эләккән ул беренсе командала, ә кемдә  2 цифраһы ул

 әлбиттә икенсе командала.

Шулай итеп командаларға бүлендек, ә хәзер 1- се турҙы башлайыҡ.  

 

1 тур.  “Әйҙәгеҙ, танышабыҙ!”, тип атала.  Һәр команда тиҙ генә капитан һәм командаға исем  һайлай.

1.Капитандар менән танышыу.

2.Командаларҙың исемдәрен асыҡлау.

Уйынды башлау өсөн капитандарҙы саҡырабыҙ. Һауыттан цифра яҙылған ҡағыҙҙарҙы алабыҙ. Кемдә беренсе номер, шул уйынды башлай. Рәхим итегеҙ.Уйынды командаһы башлай. Уйынга ныклап инеп китеү өсөн, тиҙ яуаптар табарға, баш мейеһен яҙылдырып алайыҡ. Төрлө тармаҡтар буйынса һорауҙар. 

  1. Төрки халыҡтарҙа ауыл хужалығы менән шөғөлләнеүсе кешеләр йәшәгән урын. (Ауыл)

2.Байрам, йола һәм көндәлек кейемдәге үҙенсәлекле деталь, колорит өҫтәмә. (Биҙәүестәр)

3.Фольклор менән дә, әҙәбиәт менән дә бәйләнгән күп төрки телле халыктарҙа һүҙ оҫтаһы ( Йырау)

  1. Урта быуаттар ислам дәүләттәрендә атаҡлы кешеләрҙең ҡәбер өҫтөнә таштан йәки кирбестән куйылған архитектура ҡоролмаһы. Уның мәжбүри элементы – көмбәҙле түшәм. (Кәшәнә)
  2. Төрки халыҡтарының нәҫелдән-нәҫелгә күсеп килгән ырыу билдәһе (Тамға)
  3. Эре башҡорт феодалдарының батша биргән титулы.(Кавказ артында, Урта Азияла, Казан ханлығында, Әстерхан һәм Ҡырым ханлыкларында дәүләт һалымдарынан азат ителгән феодалдарҙың ерҙәре һәм милке. Рәсәйҙәге льгота грамоталарының атамаһы) (Тархан)

7.Кешеләрҙең, алланың, шайтандың, ҡоштарҙың, кейектәрҙең уй-фикерен, эштәрен аңлаган, кеше телендә һөйләшкән ярым ат – ярым кеше. (Толпар)

8.Һарык йөнөнән ( элек шулай уҡ дөйә йөнөнән дә) туҡыма һуғыу (Тула баҫыу)

9.Төрки һәм монгол халыҡтарындағы күк йөҙөн кәүҙәләндергән «Алла» һүҙенең синонимы (Тәңре)

  1. Ауылдан ситкә сығарып һалынган йорт хужалығы. Хужаһына усадьба менән бергә айырым бүлеп бирелгән ер участкаһы (Утар)

11.Башҡорт мәркәз шураһының башҡорт халҡына һәм өйәҙ шураларына мөрәжәғәте (Фарман)

  1. Дини-юридик мәсьәләләрҙе махсус тикшереү һөҙөмтәһендә йәки берәй ҡатмарлы эште шәриғәт канундарына һәм дини закондарына таянып ҡарағандан һуң бирелгән яҙма һығымта ( Фәтеүә)

13.Башҡорт фолькростикаһында – эпостың бер төрө. Йөкмәткеһендә легенда йәки тарихи факт ятҡан прозаик йәки поэтик әҫәр (Хикәйәт)

14.Халыҡҡа, йәки айырым шәхескә поэтик мөрәжәғәт. Сәсәндәр традицияһына барып тоташа (Хитап)

15.Шиғри хикәйәт, якын һәм Урта көнсығыш классик шиғриәтеннән алынған, һүҙмә-һүҙ әйткәндә, ике юллы шиғыр тигәнде аңлата (Бәйет)

16.Халыҡ – поэтик ижадының бер төрө, уйлап табыу өсөн ниндәй ҙә булһа бер әйберҙе йәки күренеште ситләтеп – кинәйләп һүрәтлү (Йомаҡ)

  1. Башҡорттарҙың халыҡ йыйылышы, ҡәбилә йәки ырыуҙың үҙидара органы, халыҡ байрамы (Йыйын)

18.Башҡорт мамыҡ шәленең икенсе төрлө аталышы? (Башҡорт дебет шәле)

2- се тур «Минең республикам»  

8 һорау һәм һәр һорауға 1 мәрәй.Һорау уҡыла һәм командалар үҙ-ара кәңәшләшә.

1.Башҡортостандың майҙаны күпме?  (143 600 квадрат километр).

2.Ҡасан Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик  Республикаһы төҙөлә?   

(1919 йылдың 23 марты)

  1. БАССР уңыштары өсөн нисә орден менән наградлана һәм ниндәйҙәр? (4 орден - 2 Ленин -1935, 1957, Октярь Революцияһы -1969 һәм Халыҡтар Дуҫлығы - 1972 ордендары).
  2. Ҡасан Башҡортостан суверенитеты иғлан ителә?

(11 –се октябрь 1990 йыл)

  1. 5. Өфөнө аҡтарҙан азат иткән 25-се дивизия командиры (В.И. Чапаев)
  2. Өфө ҡалаһына ҡасан нигеҙ һалына (1574)
  3. Иң юғары вәкәләтле һәм берҙән-бер закондар сығарыу органы

(Дәүләт Йыйылышы – Королтай)

8.Борай башҡорт кантонлығы нисәнсе йылда төҙөлә. Башында кемдәр тора? 

(1918 йыл, март уртаһы, ҙур ҡораллы күтәрелеш. Башында Дүртөйлөнән Сәхибзада Мәҡсүтов, Борайҙан Шәриф Хәмитов тора).

Яуап әҙерме, әгәр яуап бирә алмайһығыҙ икән , һорау икенсе командаға күсә.

3 тур «Башҡортостан тәбиғәте»

Был турҙа ла 8 һорау һәм 1-әр мәрәй.

1.Ҙурлығы яғынан Башҡортостанда икенсе урында торған күл, комплекслы тәбиғәт ҡомартҡыһы. Башҡортостандың Урал алды урманлы дала зонаһында, Туймазы районында урынлашҡан. Күлдең һыуы сөсө, тоноҡ әҙ генә һелтеле. (Ҡандракүл)

Башҡортостандың Туймазы районында урынлашҡан, ҙурлығы буйынса Асылыкүлдәнҡалыша икенсе урында булған күл. Туймазынан 25 км көньяҡ-көнсығышта, Башҡортостандың урман-дала зонаһында урынлашҡан.

Карст убылыу сәбәпле барлыҡҡа килгән. Төньяҡ һәм көнсығыш ярҙары һөҙәк, ҡомло. Күлдең тәрәнлеге урыны-урыны менән 15,6 м. Күлгә ҡойған да, ағып сыҡҡан да йылға юҡ. Күлде һыуға яуым-төшөм, ағып төшкән шишмәләр туйынлыра.

Күл уртаһында утрау бар. Күлде өс яҡтан тауҙар уратҡан. Көньяҡта Гөлбикә менән Ҡыҙылтау. Уларҙың ярҙары текә.

Күл дә, тирә яғы ла, утрау ҙа үҫемлектәргә, ҡош-ҡортҡа бай.

Күлдең һыуы саф, үтә күренмәле, йомшаҡ. Химик составы буйынсамагний төркөмөнең сульфат классы сульфат-натрий тибына ҡарай.

Яп буйында ял йорттары урынлашҡан. Төньяҡ яры буйлап М5 урал автомобиль юлы үтә.

2.Нуриман районындағы карст шишмәһе. Деби́ты буйынса ул донъяла иң ҙур шишмәләрҙән һанала һәм билдәле булған Франциялағы Воклю́з шишмәһе менән бер ҡатар тора. Шишмәнең һыуы күкһел йәшел төҫтә, таҙа һәм үтә күренмәле гидрокорбанат кальцийлы. (Ҡыҙыл шишмә)

Ҡыҙыл шишмә (рус. Красный Ключ) — Башҡортостандың Нуриман районындағы шишмә, һыу дебиты (һыу миҡдары) буйынса донъяла, Францияның Воклюз шишмәһенән генә ҡалышып, икенсе урында тора. Һыу миҡдары — секундына 14,88 куб метр. Ҡыҙыл шишмә — Рәсәйҙәге иң эре эсәр һыу сығанағы. Өфө яйлаһының көньяҡ-көнбайышында, Ҡариҙел йылғаһының һул яғында урынлашҡан.1965 йылдан алып — төбәк әһәмиәтендәге «Ҡыҙыл шишмә сығанағы» айырыуса һаҡланыусы тәбиғәт территорияһы составында.

  1. Ирәндек тау һыртының көнсығыш битләүендә, Төйәләҫ йылгаһының ҡушылдыгында барлыҡҡа килгән шарлауыҡ, 20 метр бейеклектәге тау киртләсендә урынлашҡан. (Ғәҙелшә). Баймаҡ районындаИрәндектеңкөнсығыш тармағы булған Яманташ тауында, Төйәләҫйылғаһындағы шарлауыҡ. Диңгеҙ кимәленән 800 м бейеклектә. Өс киртләсле. Юғары киртләсенең бейеклеге 1,2 м, икенсе һәм өсөнсө киртләсе етешәр метр. Шарлауыҡ Башҡортостандағы иң бейеге һанала. Ғәҙелша шарлауығы — туристарҙың яратҡан урыны. Ҡояш нурҙарында йәйғор уйнай, һалҡынса саф һауа. Бында башҡаса моң, шуға ла Мәхмүт-сәсән, Ғата Сөләймәнов, Кәрим Дияров, Рәхмәтулла Бүләков кеүек башҡорт йырсылары, сәсәндәре, ҡурайсыларының тыуған төйәге.

4.Ағиҙелдең уң ҡушылдығы. Башҡотостандың Белорет районы Күккашка ауылынан 7 км алыҫлыкта көнсығышта башлана. Һал ағыҙыу, электр энергияһы етештереү һәм һыу менән тәъмин итеү маҡсатында һыу һаклағысы төҙөлә. (Нөгөш)

Нөгөш һыуһаҡлағысы — Нөгөш йылғаһындағы һыуһаҡлағыс (Ағиҙел йылғаһы бассейны). Плотинаның һыу ағыҙыу ҡапҡаһы Мәләүез районы Нөгөш ауылы эргәһендә йылға тамағынан 48 км алыҫлыҡта Башҡортостан милли паркы территорияһында урынлашҡан. Гидроузел ағыҙғысында йылғаның һыу йыйыу майҙаны 2827 кв.м. (йылға бассейнының 74 проценты), уртаса тәрәнлеге 16 м (макс. 28 м). Гидроузел составы: тупраҡтан өйөп һалынған плотина (оҙонлоғо 218 м, өҫкө һырты буйынса киңлеге 7 м, макс. бейеклеге 31 м); ташҡын ағыҙғысы (оҙонлоғо 1311,0, киңлеге 75,5 м) булған һыу ебәргес ҡоролмаһы (4 тармаҡтан тора); плотина эргәһендә гидроэлектростанция булған һыу төбөндәге һыу сығарғыс; 750 м оҙонлоҡтағы, 18 м киңлектәге һыу ағыҙыу каналы. Һыуы сөсө.

Ағымды миҙгелле көйләү, СалауатИшембайСтәрлетамаҡ ҡалаларын һыу менән тәьмин итеү, электр энергияһы эшләп сығарыу. Шулай уҡ рекреация өсөн файҙаланыла. 1967 йылда төҙөлгән.

5.Башҡортостандағы иң  тәрән күл, Әбйәлил районы Асҡар ауылы. Иң тәрән урыны 28,0 м, урта тәрәнлеге 10,6 м. Күлдән Йәнгел йылгаһы ағып сыға.Һыуы сөсө, үтә күренмәле, үҫемлектәр өсөн насар шартлы.                    

Мауыҙҙы (Яктыкүл)

6.Башҡортостандың миллии тәбиғи паркы тип иғлан ителгән. Һыуы татырлы, ҡаты. Күлгә Шарлама йылғаһы ҡоя. Башҡортостандың Урал алды урман – дала зонаһы сигендә Дәүләкән ҡалаһынан 27 км йыраҡлыҡта урнашҡан иң ҙур күл. (Асылыкүл)

7.Был күл тәбиғәт комартҡыһы тип иғлан ителгән. Баймаҡ районында, Ирәндек тауы һыртының көнбатыш өлөшөндә урынлашҡан. Иң тәрән урыны 12,0 м, тау араһында тар уйһыу урынды биләп ята. Күлдә һаҙан, табан балыҡ, ҡорман балыҡ, алабуға һәм башҡа балыҡтар бар. Башҡортостан Республикаһында һирәк осраған ҡағараҡ, ҡарасабан(ҙур ҡара өйрәк) оя ҡора. (Талҡас күле)

8.Магнитогрск ҡалаһынан 15 км көнбатышта урынлашҡан.Түңәрәк формалағы был күл симметрик төҙ.Тоҡон күл, ярҙары ҡомло, һөҙәк, һыуы тоҙло, шуға күрә уны йыш ҡына «Тоҙлокүл» тип йөртәләр.(Мулдаҡ)

Мулдаҡкүл (Мулда́к; башҡ. Мулдаҡ күл). Урындағы халыҡ телендә — Тоҙлокүл. Башҡортостандың Әбйәлил районында урынлашҡан йомоҡ тоҙло күл.

Магнитогорск ҡалаһынан көнбайышҡа ҡарай 15 км йыраҡлыҡта , Мулдаҡтау янында, Озерный (Әбйәлил районы) ауылы эргәһендә ята.

Мулдаҡ Йәнгел менән Кесе Ҡыҙыл йылғалары араһындағы һыуайырғыста урынлашҡан.

Күлдең һөҙәк ярҙарында тоҙло тупраҡҡа яраҡлашҡан үҫемлектәр: һимеҙут (солерос), татырут (бескильница), һыу боросоҡаҙ үләне, европа һимеҙуты, ҡамыш үҫә. Тоҙ күплектән урман бик һирәк.

Ярҙың айырым урындарында һыу төбөндә шифалы тоҙло ләм тупланмалары бар. Шулар нигеҙендә “Яҡтыкүл” шифаханаһы төҙөлгән. Был ләмде Башҡортостандың күп кенә башҡа шифаханалары ла файҙалана. Күл карст сығышлы. Карбон тау тоҡомдарында (аргиллит ҡатламдары булған эзбизташ ) барлыҡҡа килгән. Төньяҡ- көньяҡ йүнәлешендә һуҙылған йоморо симметрик соҡор эсендә урынлашҡан. Төбө ләмле. Йомоҡ күл. Минераль ләмдең дөйөм күләме сама менән 1 млн. т тирәһе. Тулыланыу сығанағы - ҡатнаш. Һыуы тоҙло. Хлорид-магнийлы (12,6 г/л).

-Яуап әҙерме, әгәр яуап бирә алмайһығыҙ икән , һорау икенсе командаға күсә.

Ә хәҙер командалар саҡ ҡына ял итеп алғансы, тамашасылар менән уйнап алайыҡ. Ил, тыуған ер тураһында мәҡәлдәрҙе дауам итергә.

Иле барҙың -........................... (теле бар)

Көсөк тә ........................................(үҙ ояһында көслө)

Алтын-көмөш сыҡҡан ерҙән..........................................(тыуған-үҫкән ил яҡшы)

Үҙ ерем -.............................................................(алтын бишек)

Сит илдә солтан булғансы, ................................(үҙ ереңдә олтан бул)

Командалар менән уйынды дауам итәбеҙ.

Ә хәҙер командаларҙы саҡ ҡына ял иттерәбеҙ.

Эрнест Арсланов башҡарыуында йыр тәҡдим итәбеҙ.

4 тур «Тарихта билдәле кешеләр»

Был турҙа 8 һорау һәм 1-әр мәрәй.

1.Башҡортостанда Совет власы өсөн көрәш етәкселәренең береһе, партия һәм дәүләт эшмәкәре. Башҡорт телен ғәмәлғә индереү комиссияһына етәкселек итә. 1988 йылда Башҡортостан Республикаһының  журналистар Союзы тарафынан иң яҡшы әҫәрҙәр өсөн йыл  һайын бирелеүсе уның исемендәге премия булдырыла.  (Шәһит Хоҙайбирҙин)

  1. Бөрө өйәҙе Үрге Ыласынтау ауылы, хәҙер Башҡортостан Республикаһының Бөрө районы, күренекле партия һәм дәүләт эшмәкәре, Социалистик Хеҙмәт Геройы. 1933-40-сы йылдарҙа Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә, 1973-85- се йылдарҙа СССР Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары.1933-38-йылдарҙа уҡытыусы, Борай  РОНОһы мөдире.(Нуриев Зия Нурый улы)
  2. Генерал – майор, Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнаша. Михаил Васильевич Фрунзе исемендәге Хәрби академия тамамлаған. 1919 йылдан алып Ҡыҙыл Армияла. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, дошман тылына рейд яһағандан һуң, фронт һыҙығын аша сыҡҡанда һәләк була. (Шайморатов Миңлеғәли Минһаж улы)
  3. Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, полковник.1940 йылдан башлап Ҡыҙыл Армияла. Хәрби авиация мәктәбен, Михаил Васильевич Фрунзе исемендәге Хәрби академия, СССР Ҡораллы Көстәре Генштабының Хәрби академияһын тамамлаған. Мәскәүҙә Еңеү парадында ҡатнаша.(Муса Гәрәев)

5.Башҡорт милли хәрәкәте етәксеһе, шәркиәтсе һәм төркиәт белгесе. Философия докторы. 1917 апреленнән алып – башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте етәксеһе. Башҡорт хөкүмәтен һәм ғәскәрен ойоштороу менән етәкселек итә. 1923 – сы йылда Иранға китә. Башҡортостан Республикаһы милли китапханаһы уның исеме менән атала, 1992 йылдан Башҡортостанда  уның укыуҙары үткәрелә. (Әхмәтзәки Вәлиди (Вәлидов))

6.Дүртөйлө районы Әсән ауылында тыуған. «Башҡорт  мәркәз шураһы» сәркәтибе, «Башҡорт  гәзите» мөхәррире, «Тулҡын» башҡорт йәштәре ойошмаһын булдырыу инициаторы һәм етәксеһе. Үҫмер сағынан уҡ шиғырҙар яҙа башлай. Һаҡланып ҡалған ҡулъяҙма йыйынтығы(1912), «Эй, китап !» һәм «Бәхетһеҙмен» шиғырҙары менән башлана. «Китабеннас» эпиграммалар циклы ул заман әҙәбиәте өсөн яңы күренеш була. «Башҡорт халҡына көйлө хитап» тигән атаклы әҫәре листовка рәүешендә баҫыла. (Шәйехзада Бабич)

7.Башҡортостандағы революцион хәрәкәт етәкселәренең береһе. 1917 йылда Өфө эшсе һәм һалдат депутаттары Советы ағзаһы,РСДРП(б)-ның Өфө комитеты татар-башҡорт бюроһы рәйесе. Урал башҡорттары һәм татарҙары съезын ойоштороусы. Аҡ гвардиясылар тарфынан атып үлтерелгән. Уның исеме Башҡортостан Республикаһы райондарының береһенә, урамдарға бирелгән. (Баһау Нуриманов)

  1. 8. Күренекле хужалыҡ һәм партия эшмәкәре, Социалистик Хеҙмәт Геройы.1963-69 йылдарҙа партияның Өфө Ҡала комитетының 1- се сәркәтибе, 1969-87 йылдарҙа КПССтың Башҡортостан өлкә комитетының 1- се сәркәтибе, СССР Юғары Советы Президиумы, КПСС Үҙәк комитеты ағҙаһы. (Шакиров Миҙхәт Закир улы)

Яуап әҙерме, (әгәр яуап бирә алмайһығыҙ икән , һорау икенсе командаға күсә)

5 тур « Сәнғәт»

Был турҙа 6 һорау һәм 1-әр мәрәй.

1.Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамблен ойоштора, милли бейеүҙәр эстрадаһының өлгө булырлыҡ репертуарын  төҙөй. «Байыҡ», «Гөлнәзирә»,«Өс таған» һәм башка хореогрфик композицияларҙа башҡорт бейеү  фольклоры мотивтарын үҙенсәлекле итеп ғәмәлгә ашыра. (Ғәсҡәров Фәйзи Әҙһәм улы)

Фәйзи Әҙһәм улы Ғәскәров 1912 йылдың 21 октябрендә тыуған. БөрөләгеСмоленск өлкәһендәге балалар йорттарында тәрбиәләнә, үҙенең ата-әсәһен хәтерләмәй. 1924 йылда уны Бөрө педагогия техникумына уҡырға урынлаштыралар. Бейеүгә һөйөү Фәйзи Әҙһәм улын сәнғәт техникумына алып килә.

Бейеү Фәйзи Ғәскәровтың йәшәү рәүешенә әүерелә. Режиссер Мортазин-Иманскийҙың кәңәше буйынса 16 йәшлек Фәйзи СССР-ҙың Ҙур театры ҡарамағындағы хореография техникумына уҡырға бара. 1928—1932 йылдарҙа данлыҡлы балетмейстер Игорь Моисеев класында һабаҡ ала, артабан Ленинград хореография училищеһында уҡыта.

 1939 йылдан алып Фәйзи Ғәскәров яңы ғына ойошторолған бейеү ансамбленең художество етәксеһе булып китә. Фәйзи Ғәскәров тамашасы һөйөүен яулаған «Гөлнәзирә», «Зарифа», «Ете ҡыҙ», «Байыҡ» исемле беренсе бейеүҙәрен ҡуя.

1941 йылдың йәйендә Мәскәүҙә башҡорт сәнғәте декадаһы үтергә тейеш була, әммә быға ҡәһәрле һуғыш ҡамасаулай. Фәйзи Ғәскәров 1942 йыл башында үҙе теләп һуғышҡа китә. Фронтта Башҡорт атлы дивизияһы яугирҙәренән бейеү ансамбле төҙөй һәм яугирҙар өсөн концерт эшмәкәрлеген башлай. 1943 йылдың аҙағында бейеү сәнғәтенең киләсәге хаҡына Ғәскәров Өфөгә ҡайтарыла.

1944 йылда төрлө етәкселәр менән килеп сыҡҡан низағтар һәм хәл ителмәгән торлаҡ мәсьәләһе уны республиканан китергә мәжбүр итә. Ҡазанда ойошторолған Татар бейеү һәм йыр ансамблендә эшләй, уның өсөн бик күп бейеүҙәр ҡуя. Улыр араһында: «Шыма баҫ», «Кейәү», «Салғысы егет», «Шишмә буйында», «Башҡорт егете бейеүе», һ.б. 1945 йылда Горький ҡалаһында үткәрелгән бәйгелә ансамбль беренсе урын ала.

1950 йылдың аҙағында Башҡорт бейеү ансамблен етәкләү өсөн Өфөгә саҡырыла[1].

Фәйзи Ғәскәров оҙаҡ сирләгәндән һуң, 1984 йылдың 18 июнендә вафат була.

2.Башҡорт актрисаһы, театр педагогы, режиссер. СССРҙың халыҡ артисткаһы.Башҡорт драма театрының күренекле вәкиле.Уның ижадында төп жанр – классик һәм хәҙерге заман трагедияһы. Любовь Коломи́йцева ( Максим Горький  «Һуңғылар», Агазия - «Ташлама утты, Прометей», Тәңкәбикә - «Ай тотылған төндә», Хафаса- «Әсәләр көтәләр улдарын» һәм башҡалар. Салауат Юлаев исемендәге Республика премияһы лауреаты, Өфөнөң почетлы гражданы.( Гөлли Арыҫлан Мөбәрәкова 19.09.1936-20.02.2019) . Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкова 1936 йылдың 9 сентябрендә Өфөлә театр актерҙары ғаиләһендә тыуған (атаһы — СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәков (19081977), әсәһе — РСФСР-ҙың атҡаҙанған, БАССР-ҙың халыҡ артисы, шағир һәм драматург, СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы Рәғиҙә Янбулатова (19151977).Буласаҡ актрисаның бала сағы һәм үҫмер йылдары театрҙа үтә. Урта мәктәпте тамамлағас, ата-әсәһе бигүк риза булмаһа ла, МәскәүҙәгеА. В. Луначарский исемендәге театр сәнғәте институтына уҡырға инә. 1959 йылда институттың башҡорт студияһын (О. И. Пыжова һәм Б. В. Бибиков класы) уңышлы тамамлап ҡайтҡас, үҙенең ярты быуатҡа һуҙыласаҡ ижад юлын Башҡорт дәүләт академия драма театрындабашлай. Театрҙың Әҙәби советы ағзаһы. 19911997 йылдарҙа баш режиссер була. Өфө сәнғәт институтының (20032015 йылдарҙа Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы) режиссура һәм актер оҫталығы кафедраһы уҡытыусыһы, профессор. Бөгөнгө көндә театрҙа һәм уҡыу йортонда берҙән-бер СССР-ҙың халыҡ артисткаһы. Гөлли Мөбәрәкова атаһының тыуған ауылы Асы менән дә бәйләнештәрҙе өҙмәй, ауылға хәйриә ярҙамы күрһәткәне лә бар. Асыла атаһы Арыҫлан Мөбәрәковҡа арналған музей һәм бюст бар (авторы — Тамара Нечаева). Музейға бик күп экспонаттарҙы ул тапшырған. Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкова 2019 йылдың 20 февралендә Өфөлә вафат булд

3.Тематикаһының киңлеге менән айырылып торган, төрлө бейеү көйҙәренә башҡарылган поэтик дүрт юллыҡтар (Таҡмаҡ)

4.Күп халыҡтарҙа таралган варган тибындағы телле, сиртмә уйын ҡоралы(Ҡумыҙ)

5.Режиссер, педагог. РСФСРҙың һәм БАССРҙың халыҡ артисы.Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы. Заһир Исмәғилевтың «Салауат Юлдаев» операһында Салауат ролен башҡарыу йырсының ҙур ҡаҙанышы. Танылған рольдәре – Көбәк тархан, Яппар ҡарт, Ғәйнулла. Башҡорт халыҡ йырҙарын, бигерәк тә оҙон көйҙәрҙе оҫта башҡарыусы. (Мәғәфүр Хисмәтулла улы Хисмәтуллин)

1915 йылдың 23 ғинуарында Өфө губернаһы Өфө өйәҙе (хәҙерге Башҡортостандың Иглин районыЯңы Ҡобау ауылында тыуған.

  • 1931—1935 йылдарҙа Башҡорт сәнғәт техникумының театр бүлегендә уҡый.
  • 1936—1938 йылдарҙа П. И. Чайковский исемендәге консерваторияһының башҡорт бүлегендә (Е. В. Еханович класында) уҡый.
  • 1932—1936 Баймаҡ колхоз-совхоз театрында эшләй.
  • 1932 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрысолисы.
  • 1964 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының баш режиссёры.
  • 1965 йылдан Өфө сәнғәт училищеһындауҡытыусы.
  • 1969 йылдан Өфө сәнғәт институтындауҡытыусы.

Башҡорт опера һәм балет театрында эшләгән осорҙа ул илленән ашыу опера партияһын башҡара. Тәүге башҡорт операһы булған «Һаҡмар»ҙа (Мәсәлим Вәлиев) — Фәхри, Ерошка — А. П. Бородин «Кенәз Игорь», Арлекин — Р. Леонкавалло, «Паяцы», Бомелий — Н. А. Римский-Корсаков, «Батша кәләше», Юламан — Н. Чемберджи, «Ҡарлуғас», «Салауат Юлаев» — Заһир Исмәғилев, «Салауат», Ғәйнулла — З. Исмәғилев, «Ағиҙел тулҡындары» операларында ҡатнаша.

Режиссер булараҡ, Заһир Исмәғилевтың «Ҡоҙаса» музыкаль комедияһын, «Шәүрә» операһын, үзбәк композиторы С. Юдаковтың «Мәйсәрәнең мутлыҡтары» комик операһын, П. Чайковскийҙың «Пиковая дама»һын, Ж. Бизеның «Кармен»ын, А. Бородиндың «Кенәз Игорь», Х. Әхмәтовтың «Замандаштар» операларын ҡуя.

  1. СССРҙың 1973 йылда, 1955 йылда –РСФСР халыҡ артисы исемен яулаған. Профессиональ сәхнәлә тәү башлап 1928 йылда Мөхәмәтша Буранғоловтың режиссер Мортазин-Иманский тарафынан ҡуйылган «Башҡорт туйы» мелодрамаһында Гөлғәйшә ролендә сығышя яһаған актриса. ( Зәйтүнә Ислам ҡыҙы Бикбулатова)

Зәйтүнә Ислам ҡыҙы Бикбулатова 1908 йылдың 28 майында Өфө губернаһының Өфө өйәҙе[1]Сафар ауылында тыуған.

Өфө сәнғәт техникумының театр бүлеген тамамлай. Зәйтүнә Бикбулатова 1928 йылдан Башҡорт дәүләт академия драма театрындаэшләй.

Үҫмер сағынан уҡ баш ҡаланың Карл Маркс урамында, ул саҡтарҙа «Ким» тигән комсомол клубында драма, хор, әҙәбиәт түңәрәгендә шөғөлләнгән Зәйтүнәне, Өфөлә сәнғәт техникумы асылғас, тәүгеләрҙән булып ошо уҡыу йортона ҡабул итәләр. Техникумда уҡыған ваҡытында уҡ ул Башҡорт драма театры сәхнәһендә барған спектаклдәрҙә ҡатнашыу бәхетенә ирешә. Сөнки ҡыҙ үҙен ысын мәғәнәһендә сәхнә өсөн генә яратылған илаһи йән итеп таныта. Янып торған зәңгәр күҙҙәр, ҡыйыулыҡ, һылыу йөҙ, һомғол буй-һын, ярһыу йөрәк, бай күңел — Зәйтүнәнең асылы.Ролдәре

Дездемона (У. Шекспир, «Отелло»), Лауренсия (Лопе де Вега, «Һарыҡ шишмәһе»), Анна Каренина (Л. Толстой, «Анна Каренина»), Тәңкәбикә (М. Кәрим, «Ай тотолған төндә») ролдәре тотош ил театр сәнғәтенең сағыу ваҡиғалары була. Зәйтүнә Ислам ҡыҙы бөтә ғүмерен башҡорт театр сәнғәтенә арнау менән бергә үҙен әүҙем йәмәғәтсе итеп тә таныта. Ул күп йылдар Башҡортостан Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе вазифаһын үтәй, СССР театр эшмәкәрҙәре союзының Үҙәк советы президиумы ағзаһы була, хәҙерге Бәҙәр Йосопова исемендәге Актерҙар йортон төҙөүҙө ойоштороуға ғәйәт ҙур өлөш индерә. Ауыр яҙмыш һынауҙары кисергән йылдарында ла, үҙ театрына тоғро ҡалып, халҡыбыҙҙың мәшһүр ҡыҙы ғүмеренең һуңғы көндәренәсә уға хеҙмәт итә.

6 тур «Рәссамдар»

Был турҙа 4 һорау һәм 1-әр мәрәй.

  1. Рәссам, БАССРһың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. 1937-се йылдан алып БАССР Рәссамдар Союзы ағзаһы. Тарихи рәсем, портрет һәм пейзаж жанрҙарында эшләгән. Төп әҫәрҙәре «1773 йылда Пугачев отрядтарының Өфөнө штурмлауы», «Салауатты ҡулға алыу»                                     ( Лежнев Анатолий Петрович) Анатолий Петрович Лежнёв (1888—1956) — советский художник и педагог. Один из основоположников профессионального изобразительного искусства Башкортостана. Член Союза художников с 1937 года. Заслуженный деятель искусств Башкирской АССР (1940).Лежнев А. П. родился в 1888 г. в селе Сукманке Борисоглебского уезда Тамбовской губернии (ныне — в Жердевском районе Воронежской области). В 1897 году семья переехала в Башкирию. В 1905 году Лежнёв женился и стал работать как художник. Писал пейзажи, рисовал портреты, делал росписи для сельских церквей, рисовал декорации для фотографов. В 1911—1913 годах по рекомендации Сурикова обучался в частной художественной школе В. Н. Мешкова в городе Москве. Самостоятельно начал работать с 1913 года после приезда в город Уфу.

После 1947 года ослеп, однако продолжал работать. Умер в 1956 году. Картины Самые известные посвящены легендарному герою башкирского народа Салавату Юлаеву. В Башкирском государственном художественном музее имени М. В. Нестерова хранятся 127 работ художника, написанных с 1911 по 1947 год. Картины находятся также в частных собраниях. Наиболее известны его работы: Портрет Юлии, к. м., 1918, Девушка в платке, к. м., 1918, Портрет матери, х. м., 1918. Интерьер, к. м., 1919. Дубки, к. м., 1919. Старая крепость, к. м., 1919. Синие тени, к. м, 1919. Эскизы к картине «Степан Разин», бум. акв., 1919. Штурм Уфы пугачевцами, х. м., 1928. Поимка Салавата, х, м, 1930. Казнь Чики Зарубина, х. м" 1930. Бой Салавата с авангардом Михельсона, х. м., 1939. Эскиз к картине «Допрос Салавата», х. м., 1946. Встреча отряда Салавата с отрядом Пугачева, х. м., 1949.

2.Рәссам. Борай авылында туған. 1998 йылдан Русия Рәссамдар Союзы ағзаһы. «Шүрәле иле», «Туҡайҙың 125 күҙ йәше» сәнғәт проекттары авторы, Башҡортостанның 40 тан артыҡ районының герб авторы, 2013 йылда «Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы» исеменә лаеҡ булды                   

 (Салауат Ғиләжетдинов)

Ғиләжетдинов Салауат Мөхәмәт улы (1 ғинуар 1959 йыл) — башҡорт рәссамы, уҡытыусы. Рәсәй Рәссамдар союзының Башҡортостан төбәк бүлексәһе идараһындағы «Графика» секцияһы етәксеһе, Рәсәй Федерацияһының Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2013).

Биографияһы

Салауат Мөхәмәт улы Ғиләжетдинов сығышы менән Борай районының Борай ауылынан. Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған. 1998 йылдан Рәсәй Рәссамдар Союзы ағзаһы. Салауат Ғиләжетдинов байтаҡ республика, төбәк-ара, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә ҡатнашҡан. Уның эштәре менән Михаил Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында, Новосибирск өлкә картина галереяһында, Томск дәүләт художество музейында, Ҡаҙан ҡалаһындағы Милли-мәҙәни үҙәктә һәм Мәскәү ҡалаһындағы Шиһабетдин Мәржәни фондында танышырға мөмкин. Бөгөнгө көндә Өфөлә йәшәй һәм ижад итә, 2-се балалар художество мәктәбендә уҡыта[1].

Ижады;      Салауат Ғиләжетдинов Өфө гербы авторы (2006)

Рәсәй Рәссамдар союзының Башҡортостан төбәк бүлексәһе Әҙәбиәт, сәнғәт, мәҙәниәт өлкәһендәге Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына 2012 йылда дәғүә итеүселәр исемлегенә 29 әҫәрҙән торған «Песнь об Урале» әҫәрҙәр циклы өсөн рәссам-график Салауат Ғиләжетдиновты күрһәтте[2]. «Песнь об Урале» тип аталған әлеге күргәҙмә ике эпик теманы берләштерә. Улар — «Бөйөк дала» һәм «Ете ҡыҙ».

3.Рәссам.Уның әҫәрҙәренең темаһы – милләт тарихының ҡатмарлы осорҙары – коллективлаштырыу, Бөйөк Ватан һуғышы, һуғыштан һуңғы йылдарҙа хужалыҡты аяҡҡа баҫтырыу мәле.  Яратҡан образы -  башҡорт ҡатын- ҡыҙҙары: «Әсәйем портреты», «Ишбикә апай»,«Алтын көҙ», »,«Өс ҡатын». (Әхмәт Лотфуллин) Лотфуллин Әхмәт Фәтҡулла улы (4 февраль 1928 йыл — 10 июль 2007 йыл) — СССР-ҙың (1989) һәм РСФСР-ҙың халыҡ (1982), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1966). Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1982).

Әхмәт Фәтҡулла улы Лотфуллин 1928 йылдың 4 февралендә Башҡорт АССР-ы Тамъян-Ҡатай кантоны[1] Асҡар ауылында тыуған.

1982 йылда «РСФСР-ҙың халыҡ рәссамы» маҡтаулы исеме, шул уҡ йылда Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелә.

1987 йылда юғары ижади ҡаҙаныштары өсөн КПСС Үҙәк Комитеты, СССР Министрҙар Советы, ВЦСПС һәм ВЛКСМ Үҙәк Комитетының Почет грамотаһы менән бүләкләнә.

1988 йылда СССР Художество академияһы ағза-корреспонденты итеп һайлана. 1989 йылда «СССР халыҡ рәссамы» исеменә лайыҡ була.

1992 йылда Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почетлы ағзаһы итеп һайлана. 1997 йылда Рәсәй Художество академияһының мөхбир ағзаһы итеп һайлана. 1998 йылда Өфөнөң М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында шәхси күргәҙмәһе ойошторола.

2007 йылдың 10 июлендә Өфөлә вафат була.

4.График-рәссам. Башҡортостанда буяу – һынлы  сәнғәткә нигеҙ һалыусыларҙың береһе.Төп темаһы –башҡорттарҙың көнкүреше - «Башҡорт өйөнөң тупһаһы»,«Башҡорт ҡыҙы», «Һунарсы башҡорт». (Дәүләткилдеев Ҡасим Сәлиғәсҡәр улы) (11 апрель 1887 йыл — 19 ғинуар 1947 йыл) — башҡорт совет рәссамы, 1937 йылдан СССР Художниктар союзы ағзаһы, башҡорт рәссам сәнғәтенә нигеҙ алыусы.Ҡасим Сәлиғәскәр улы Дәүләткилдеев 1887 йылдың 11 апрелендә Өфө губернаһының Өфө өйәҙе[1] Күгел ауылында тыуған. Бик иртә етем ҡала һәм Өфө ҡалаһындағы туғандарында тәрбиәләнә. 21 йәшендә Ҡасим Дәүләткилдиев, ҙур ҡыйынлыҡтар кисереп, Петербургка бара һәм Юғары художество-сәнәғәт училищеһына уҡырға инә. 1926 йылда Өфөлә сәнғәт училищеһы асылғас, Ҡ. Дәүләткилдеев унда беренсе башҡорт педагогы була.

7 тур « Яҙыусылар»

Был турҙа 4 һорау һәм 1-әр мәрәй.

1.Башҡорт яҙыусыһы, Мишкә районы, Оло  Шаҙы ауылында тыуган, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, «Ҡыҙыл атлылар» дивизион гәзитенең мөхәррире. Әҙәби эшмәкәрлеген 1924 елда башлай. «Урманда» хикәйәһе авторы. (Али Карнай. Зөлкәрнәев Имамғәли Мөхәмәтдин улы)

2.Шағирә.Силәбе өлкәһе Арғаяш кантонында тыуған. 1968-75 йылдарҙа «Башҡортостан ҡыҙы» журналы баш мөхәррире. Тәүге китабы 1954 йылда донъя күрә. «Атай тауышы»,«Партизан ейәнсәре»,«Тереләргә әйтер һүҙ» повестары авторы. (Кәтибә Кинйәбулатова)

  1. Беренсе китабы – балалар өсөн «Партизан малай» хикәйәһе (1942).40 тан ашыу китабы донъя күрә. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының үҙенсәлекле образдарын тыуҙыра. (Зәйнәб Биишева)
  2. Башҡортостандың халыҡ шағиры. Максим Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын тамамлаған. 1954 йылда «Йүрүҙән» исмендәге тәүге китабы баҫылып сыға. Шағир үҙе иҫән саҡта бик шиғырҙары баҫылмаған. 1964 йылда яҙылған «1937» поэмаһы тик 1987 йылда ғына донъя күрҙе. Арҡауыл ауылында уның Йорт-музейы бар, бюсы ҡуйылған. Уға Салауат Юлаев исемендәге Республика премияһы бирелде.(1988, үлгәннән һуң) ( Рәми Ғарипов)

9 тур « Мостай Кәрим»

Был йылда Мостай Кәримгә 100 йыл айҡанлы районда, Республикала бик күп саралар үтә. Беҙ ҙә уйындың  был турын Мостай Кәрим ижадына арнаныҡ.

Мин шиғырҙан өҙөк уҡыйым. Командалар шигырҙың исемен атарға  тейеш. Беренсе команда һеҙгә  һорау;

1.“Гөлдәр миңә: «Һаумы, һаумы!»- тиҙәр,

Талғын елдәр иҫкән сағында,

Баш эйәләр.Бер мин генә түгел,

Улар ҙа, ахры, мине һагынган.

      “ Һаумы,тиҙәр гөлдәр.”

2.Карҙар ирер,  йылы ел иҫһә,

Ҡарҙар китеп барыр ,яҙ килһә,

Бәлки, үсем кәмер дошманға,

Тәнемдәге тимер иреһә.

«Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа»

3.Ниңә шулай? Бит йылғалар

Көндөҙ ҙә аҡмай тормай,

Төнөн серләшкән йөрәктәр

Көндөҙ ҙә ҡаҡмай тормай.

“Йылгалар төнөн һөйләшә”

4.Иҫемдә алтын һуҡмаҡҡа

Тәү аяҡ баҫҡан көнөм-

Тәүбашлап мәктәп ишеген

 Үрелеп асҡан көнөм

“Уҡытыусыма”

Шиғырҙарҙан әҙәби әҫәрҙәргә күсәбеҙ

1.“  - Йәмил, тине ул, - һинең  һеңлең бик алыҫ ҡалала торҙо.Ул ҡалала беҙҙеңсә һөйләшмәйҙәр. Әлегә Оксана ла башҡортса белмәй.Һин уны өйрәтерһең, йәме?”  «Беҙҙең өйҙөң йәме”

  1. “Тәҙрәнән башта Айҙар төштө. Шунан Ғабдулла сыҡты. Айҙар уны биленән ҡосаҡлап күтәреп алды.Иң һуңынан Яҡуп һикерҙе.Ул, һөрлөгөп, китеп, тубығын ҡарағай тамырына бәрҙе. Күҙенән уттар күренде.Әммә ыһ та итмәне.

         Урман араһына инеп, кеше күҙенән йәшеренгәс кенә, Айҙар, ҡош һайрауына  оҡшатып. Һыҙғырып алды.”

 «Өс таған»

  1. «Беҙ , ни эшләптер, Аҡйондоҙ менән йәнәшә тура килдек. Был юлы уның иренә саҡырыу килмәгәйне әле. Ул китмәй. Мин Сәлих ағайымды оҙатам. Ағайым аҙ ғына ҡыҙмаса. « Соландағы ҡумтала беҙҙең тракторҙың асҡыстары ята, - шуларҙы иртәгә үк Сәйфуллаға илтеп тапшыр … Донъяла иң кәрәкле нәмә - асҡыс ул. Ни өсөн, тиһең, алтын асҡыс тураһында әкиәт сығарғандар…”Еңгәм өндәшмәй.Унда асҡыс ҡайгыһы юҡ.”

“Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”

  1. “Любомир менән Мария Терезаның, анау күктәге яңы ҡалҡҡан айҙан башҡа, уртаҡ бер генә нәмәһе лә юҡ.Әлегә ҡулға ҡул да ҡағылманы.Ләкин иң ҙур бәхет тә ,бәхетсезлек тә нимәнәндер башлана бит – өндәшмәүҙән,хәрәкәттән,һүҙҙән. Улар башта байтак өндәшмәй ултырҙы,шунан Мария Тереза Любомирҙың ташҡа таянған һул ҡулын эҙләп тапты ла йомшаҡ ҡына һыйпап ҡуйҙы.Егет ҡыҙҙың кескәй генә ҡытыршы ҡулын усына алып , алып һаҡ ҡына ҡысты, ҡыҙ тартынманы. Ҡулда- ҡул:бармаҡ остарына бармаҡ остары тейә. Ир ҙаты менән ҡатын ҙаты араһында йән йылыһы тойошоуҙың беренсе саф , изге, бөйөк мәле ине был. Ниндәйҙер бер мизгелдә уларҙың ҡандары ла,йәндәре лә бергә ҡушылып аҡҡандай булды. Был сәғәттә донъяла ике мөғжизә бар ине : күктә яңы тыуған ай, ерҙә – яңы тыуып килгән мөхәббәт.”

 “Ярлыҡау” 

 Драмалар  өлөшөнә күсәбеҙ,

  1. “Был драма- ул заманда бомба шартлауы кеүек булды,- тип хәтерләй М.Кәрим.—Бәлки сәпкә атылған уҡтыр. Ул заманы өсөн бик ҡыйыу бунтарь рухлы пьеса,бер аҙ иркенерәк тын алып ҡалынған илленсе йылдарҙың икенсе яртыһында яҙыла, ә хәл- ваҡиғаларХХ съездан саҡ ҡына алдағы көсөргәнешле1954-1955 йылдарҙа бара.Төп геройҙары булып Дүсмәт Ярлыҡапов, Япар Юлдашев, Дилбәр һәм уның ире Вәзир, рәссам Низам тора.

Мостай Кәримдең кайһы драмаһы тураһында  һүҙ бара.

 “Йырланмаған йыр”

2.Яратышып ҡына өйләнешкән,өс йыл татыу ғына гүмер иткән йәш ғаилә тарҡала. Һылыу Мәҙинә ире Мәхмүтте – тегенсе оҫтаны,киләсәге юҡ хыялһыҙ кешегә һанап, ташлап китә, икенсе ҡулайыраҡ кейәүгә сыға.Теләгенә ирешә лә буғай: иркен йәшәйҙәр, ире уның һүҙенән сыҡмай, үҙе хужа,үҙе түш.Шулай егерме биш йыл ситтә йәшәп,илдәрендә ҡалған ғүмерҙәрен тыныс һәм вайымһыҙ ғына үткәрергә тигәндә, юлдары теге ире Мәхмүт менән тағы осраша. Әүәлге Мәхмүт хәзер оло урында эшләй – зур ҡаланың райсовет председателлеген эшен дә ташламаған. Ғәжәп, әүәлге йәйәүле Мәхмүтлеге үҙгәрмәгән:үзе ҙур кеше, әммә һаман тегенсе.

  “Йәйәүле Мәхмүт»

  1. Тормош – һынауҙарҙан –һынау ул.Айгөл алдында тормош тағы етдиерәк һәм ҡатмарлыраҡ һынауҙар ҡуя. Алда тағы ҡуя торор әле. Шундайҙарҙан иң сетереклеһе – Айгөлдең әсәһе менән сит илгә китеү-китмәү мәсьәләһе,әсәнеме,Ватандымы һайлауы. Еңел мәсьәлә түгел был ҡыҙ бала өсөн. Күпме зарығып көткән,ғүмере бергә булырға өмөт иткән әсә менән тыуған илеңдә мәңге ҡалыргамы?Әсәме,Ватан-әсәм

    “Айгөл иле”

4.Комедиянең иң комик характеры ,комик ситуацияға ойотҡо һалып ебәресе,шуға ирекһеҙҙән үҙ ғаиләһенең ҡушылып китеүе,ниһәйәт,әҙәм көлкөһенә  ҡалыусыларҙың береһе Әжмәғол ҡарт. Ул шаян холоҡло,маҡтансыҡ бер әҙәм. Берҙе биш итеп һөйләргә әҙер. Теле менән кош тоторлоҡ: торғаны бер ирбәһлеүәнме ни. Һабантуй көндө ҡыҙмаса баштан маҡтанып егеттәр алдында һала бит хәбәрҙе ҡартлас:заманында бик хәтәр егет булған , имеш, ул.

   “Кыҙ урлау”

 Уйындың һорауҙары тамам, жюри балдарҙы иҫәпләгәнсе, тамашасыларға бер-нисә йомаҡ. ( 5 йомаҡ уҡырға) (бейеү)

Жюри һүҙ ала, еңеүселәр бүләкләнә.

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!!!

Был сараны ошондай шиғыр юлдары менән тамамлағы килә:

Ниндәй ер һин! Ер алтының түгел,

Күңел алтындарың - мең алтын.

Йырлап тора телең. Йөрәгеңдә

Ерҙәр тетрәтерлек дәрт, ялҡын.

Йөрәгегеҙ һәр саҡ ялҡынлы , дәртле, телдәрегеҙ татлы булһын. Тыуған республикабыҙ менән ғорурланайыҡ, уны яратайыҡ һәм һаҡлайыҡ! Рәхмәт барығыҙға ла!

Поиск по сайту

Оцените нашу работу в баллах от 1 до 5
  • Голоса: (0%)
  • Голоса: (0%)
  • Голоса: (0%)
  • Голоса: (0%)
  • Голоса: (0%)
Всего голосов:
Первый голос:
Последний голос:

 

 

minkult

 

zv

 

 

Яндекс.Метрика