«Йома көн, изге көн»
Ғүмерҙең, йылдың һәр миҙгеле, айы, көнө һәр кемдән билдәле бер ҡағиҙәләрҙең үтәлеүен талап итә. Әҙәмдең һәр аҙымы, хатта ниәт — маҡсаттары ла әүәл — әүәлдән ҡанундарға яраҡлаштырылған. Улар бөтә кешегә лә фарыз иҫәпләнгән. Ана шуны йола, йола үтәү, йола атҡарыу тиҙәр.Йола атҡарғанда, көйләнә, һөйләнә торган теҙмә һәм сәсмә телмәр өлгөләрен, ғәҙәттә, йола фольклоры тип йөрөтәләр. Йола атҡару йыш ҡына театраль күренеште хәтерләтә. Шуға нигеҙ булған халыҡ драмаһын да йола фольклорына индерергә була.Башҡорт халыҡ ижады — быуаттар буйы һаҡланып, быуындан быуынға күсеп килеүсе аҫыл ҡомартҡы, ҡиммәтле хазина, изге аманат, ҡәҙерле мираҫ, хатта хәтер ҙә ул, йәғни хәтерләүҙәр, иҫтәлектәр аша беҙгә күсеп килгән тарих төпкөлө. Сөнки сал быуаттар тарихы юйылмай, онотолмай. Иҫке Карагыш ауыл китапханаһында йолаларға бай «Йома көн, изге көн» тип аталған фольклор кисәһе. Был кисә халыҡтың хеҙмәтен, йолаларын, көнкүреш — йырҙарын, легендаларын, рухи ҡимәттәрен, уй — кисерештәрен сағылдыра. 2022 Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылына бағышлана.


