Мар. Салим “Тишекле таш”
Академик Ғайса Хөсәйенов әйткәнсә, мәшһүр башҡорт көләссиге Мар.Сәлимдең төрлө илдәрҙә, төрлө телдәрҙә донъя күргән әскелле – сөскөллө, сәнскеле – төрткөлө әҫәрҙәре бер кемде лә битараф ҡалдырмай.Уларҙы уҡып берәүҙәр көлә, берәүҙәр көйә, кемдер йылмая , кемдер турһая…Бына шундай һайланған – яйланған әкәмәт әҫәрҙәр теҙмәһенең беренсе китабына яҙыусы – сатирик төрлө йылдарҙа ижад иткән ҡыҙыҡ – мыҙыҡ бәйәндәр, тамашалар, кәмиттәр тупланды.