Гөл Мирhади “Төш”
Шәхес һәм йәмғиәт араһындағы ҡаршылыҡлы мөнәсәбәттәр проблемаһына мөрәжәғәт итеү – авторҙың ижадында төп йүнәлештәрҙең береһе. Әҫәр геройҙары ҡатмарлы ситуацияла һыналалар, донъяны яҡшы яҡҡа үҙгәртеү теләге менән яналар, үҙҙәренең ихтыяр көсөнә, таланттарына таянып тормошта юлдарын табалар. Геройҙарҙың тәрән психологик кисерештәре, хис-тойғолары, йәшәү мәғәнәһе тураһында уйланыуҙары бөгөнгө заман кешеһенә яҡшы таныш һәм яҡын. Ябай, халыҡсан, ҡай бер урындарында сатирик тел менән яҙылған әҫәрҙәр уҡыусы күңеленә хуш килер.