Версия для слабовидящих
logo
Муниципальное автономное учреждение культуры
«Бураевская районная межпоселенческая централизованная библиотечная система»
МР БР РБ

Режим работы:

Пн - Пт. 9.00 – 18.00,
Сб. с 9.00-16.00,
Вс - выходной,
санитарный день – последняя пятница месяца

“Борай башҡорттары ҡоролтайы”

Борай башҡорттары ҡоролтайы

6 июндә, Борай районында урындағы башҡорттар ҡоролтайы йыйылышы үтте. Сарала муниципаль Борай районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Харисов Илгиз Зөфәр улы, район хакимиәте башлығының инвестициялар, эшҡыуарлыҡ һәм иҡтисад буйынса урынбаҫары Ахунов Марат Рәшит улы, Башкортостан Республикаһының үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошон күҙәтеү буйынса Дәүләт инспекцияһы начальнигы Искәндәров Урал Салауат улы, Бөтә дөнъя башҡорттары ҡоролтайының биләмәләр менән эшләү бүлеге начальнигы Һөйәрғолова Гөлназ Ғаяр ҡыҙы, район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты агзалары, ауыл биләмәләре әүҙемдәре, мәғариф, мәҙәниәт учреждениялары делегаттары ҡатнашты.

Ултырыш барашында Борай районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Харисов Илгиз Зөфәр улы ҡоролтайҙың эшсәнлегенә отчет менән сығыш яһаны. Ә район мәғариф бүлеге туған телдәрҙе уҡытыу буйынса методисы Солтанова Рәмилә Рәиф ҡыҙы районда туған телдәрҙе уҡытыу торошо менән таныштырҙы. Йәштәр сәйәсәте буйынса сектор мөдире Әғзамова Лилиә Рәфис ҡыҙы районда йәштәрҙең ҡоролтай эшсәнлегенә байҡау яһаны.
Борай районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты составына яңы ағзалар һәм быйыл үтәсәк Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының (конгресының) VI съезына делегаттар һайланды.
Борай районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе вазифаһы Харисов Илгиз Зөфәр улына йөкмәтелде.
Ҡоролтайҙың 11 пунктан торған резолюцияһы ҡабул ителде һәм муниципаль Борай районы башҡорттары ҡоролтайы эшсәнлегендә актив ҡатнашҡан кешеләргә грамоталар тапшырылды.
Сара ҡоролтай эшмәкәрлегенә яңы уңыштар, башҡорт халҡына һәм Борай районында йәшәүсе барлыҡ халыҡтарға яңы ҡаҙаныштар теләп тамамланды.